Белоретта роботтар яһаясаҡтар...21.12.2018
Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы нигеҙендә балалар технопаркы асылды. Ул моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһына ярашлы, дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ механизмдары аша булдырылды.

Балалар технопаркында дөйөм проекттар буйынса эш алып барыласаҡ. Уҡыусылар станоктарҙы үҙләштерәсәк, программалау, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары оҫталығына төшөнәсәк. Дәрестәрҙә электрон схемалар, улар нигеҙендә ҡулайламалар төҙөргә, программалар яҙырға, компьютер селтәрен мөхәррирләргә өйрәнәсәктәр.

Технопаркта 800 бала шөғөлләнәсәк, 150 бала уҡыуҙарҙы башланы ла инде.




Вернуться назад