Мәғлүм булыуынса, быйыл баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй энергетика форумы (РЭФ-2018) һәм уның сиктәрендә “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойошторолғайны.
Унда Рәсәйҙең ун ике төбәгенән һәм донъяның алты иленән яғыулыҡ-энергетика һәм сәнәғәт компаниялары, фән һәм бизнес вәкилдәре ҡатнашты. Форум Волга буйы һәм Урал федераль округтарында яғыулыҡ-энергетика тармағы өсөн мөһим ваҡиғаға әүерелде. Күргәҙмәлә Башҡортостандағы 28 селтәр ойошмаларының береһе — “Октябрьский электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнашты.
Форумда предприятие үҙендә CityCom (Clkod) платформаһы базаһында мәғлүмәтләштереү проектын сәнәғәттә ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был программа комплексы бер нисә ярҙамсы системанан тора. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым туҡталмайынса, шуны әйтергә кәрәк: база комплексын ғәмәлгә индереү предприятие ҡарамағындағы электр тәьмин итеү селтәрҙәренә ҡағылышлы барлыҡ техник мәғлүмәтте тулы тәртипкә килтерергә мөмкинлек биргән. Хәҙер Октябрьский ҡала округын электр энергияһы менән тәьмин итеү объекттарының тулы схемаһы һәм техник мәғлүмәттәре бер урында тупланған. Улар электрон рәүештә предприятиеның бөтә белгестәренә лә асыҡ һәм актуаль булып тора.
Әйткәндәй, энергетика, донъя күләмендәге ҡаҙаныштарға нигеҙләнеп, айырыуса етеҙ үҫешә. Октябрьский энергетиктары заман менән бергә атлай. Уларҙың юғары һөнәри оҫталығы форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Предприятие белгестәре илдең һәм донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған энергетиктарҙы күргәҙмәгә ҡуйылған сәнәғәт үрнәгендә электр селтәрҙәрен һанлаштырыуҙың асылы менән таныштырҙы. Сараның программаһы теоретик өлөш менән генә сикләнмәне. Октябрьский энергетиктары күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Форум сиктәрендә “Октябрьский электр селтәрҙәре йәмғиәте” ИВЦ “Поток” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә “Электр менән тәьмин итеүҙә комплекслы мәғлүмәтләштереү: ғәмәли тәжрибә” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дә эшлекле һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты. Унда һүҙ ошо йәмғиәт эшләгән “ЭлГраф” мәғлүмәт-графика системаһы һәм уның әһәмиәте хаҡында барҙы. Был ике компанияны күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй.
– “ЭлГраф” мәғлүмәт-графика системаһын индереү буйынса беҙ ИВЦ “Поток” йәмғиәте менән берлектә оҙон юл үттек. Программаның нигеҙен тулыландырыу, йәғни барлыҡ электр йыһаздарын һәм селтәрҙәрҙе урынға бәйле рәүештә паспортлаштырыу уның иң оҙайлы һәм мөһим этабы булды. Системаның артабанғы эшмәкәрлеге нәҡ ошо осорҙа эштең ни дәрәжәлә сифатлы башҡарылыуына бәйле ине. Әлеге ваҡытта ярҙамсы системаларҙы тәжрибә-эксплуатациялау һәм яйға һалыу эштәре бара, – тип фекер уртаҡлашты “Октябрьский электр селтәрҙәре” йәмғиәте директоры Ринат Ғайсин.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың әлеге программа менән ҡыҙыҡһыныуы көтөлгәндән күпкә юғарыраҡ булып сыҡты. Ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла яуап алды. Программаны эшләүселәр иһә артабанғы үҫеште ҡайһы йүнәлештә һәм ниндәй тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып дауам итергә үҙенә асыҡлыҡ алды.
Октябрьский энергетиктары Рәсәй энергетика форумында һәм “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһендә республиканың, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге селтәр компаниялары вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар алып барҙы. Үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаштылар, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләштеләр, киләсәк үҫешкә булышлыҡ итерлек эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләнеләр.
Әйтергә кәрәк, бөгөнгө энергетика тармағы – иң яңы технологияларға ҡоролған сәнәғәт инфраструктураһы. Был өлкәлә үҙеңде танытыу өсөн предприятие эшмәкәрлеген заман талаптарынан сығып ойошторорға кәрәк. “Октябрьский электр селтәрҙәре” йәмғиәте нәҡ ошондай кимәлгә күтәрелде. Бөгөн ул – динамикалы үҫешкә ҡоролған юғары технологиялы заманса компания. Финанс-иҡтисади, техник-етештереү күрһәткестәре буйынса ул тармаҡта алдынғылыҡты тота. Предприятиеның “Рәсәйҙең әйҙәүсе энергетика ойошмалары” реестрына инеүе уның ил күләмендә билдәлелеген йәнә бер раҫлай. Йәмғиәт Бөтә Рәсәй “Юғары социаль һөҙөмтәле Рәсәй ойошмаһы” конкурсында ла еңеүсе булып танылған.
Предприятиены бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн уның етәксеһе Ринат Ғайсин ҙур тырышлыҡ һала. Ринат Мөғәлим улы заман етәксеһенең тәрән белемле, талантлы ойоштороусы, абруйлы шәхес булырға тейешлеген үҙ өлгөһөндә асыҡ күрһәтә.
— Беҙ предприятиеның абруйын берҙәм тырышлыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт менән күтәрәбеҙ, — ти Ринат Мөғәллим улы.