Тынысланырға иртәрәк21.12.2018
Нефтекама ҡалаһы янындағы Әмзә ауылында Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәтенең айырым ваҡытлыса посы эшләй башланы. Был бурысты төбәк етәксеһе Радий Хәбиров йөкмәткәйне.

Ауылдың үҙенсәлеге шунда: уның аша тимер юлы уҙа. Поезд үткән ваҡытта ошо юл аша сыға торған ерҙең ябыҡ булыуы сәбәпле, ҡайһы берҙә янғын һүндереүселәргә 40 минутҡаса көтөп торорға тура килгән. Хәҙер ике берәмек техникаға эйә булған 12 кешелек янғын һүндереү командаһы ойошторолған. Ә 2030 йылғаса Әмзәлә даими янғын һүндереү бүлеге һәм яңы депо төҙөү күҙаллана.

Әммә тынысланырға әле иртәрәк. Яңы йыл байрамы етә, был мәлдә күпләп пиротехника, бенгаль уттары, май шәмдәр ҡулланыу янғын хәүефен арттыра. Шуға күрә халыҡҡа һаҡ, уяу булырға кәрәк.


Вернуться назад