Өфөләрҙе нимә борсой?24.05.2012
Быйыл март-апрель айҙарында Өфө ҡалаһы хакимиәте, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү программаһына ярашлы, ҡалалағы иң мөһим мәсьәләләрҙе социологик тикшереү ойошторҙо.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Өфө халҡы өсөн бөгөн торлаҡҡа (60,5 %) һәм коммуналь хеҙмәткә хаҡтың ҡиммәт (47,5 %), ә килемдең түбән булыуы (34 %) иң киҫкен проблемалар иҫәбенә инә. Граждандарҙы шулай уҡ эшһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттең сифаты, юлдағы тығындар, насар экология, ҡаланы төҙөкләндереү, урам, подъезд һәм ихаталарҙың бысраҡлығы, власть органдарындағы коррупция, эскелек, медицина хеҙмәттәре һәм башҡа мәсьәләләр борсой.
Һәр етенсе кеше тиерлек иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡҡа, балалар баҡсаһында урындар етмәүгә, урам, ихаталарҙа яҡтыртҡыстар ҡуйылмауға, ун кешенең дүртәүһе торлаҡ йорттарҙың ваҡытында сафҡа индерелмәүенә, уларҙың түбән сифатлы булыуына зарланған. Һорау бирелгән кешеләрҙең өстән бер өлөшө “алданған өлөшсөләр” проблемаһын иң мөһимдәр рәтенә индергән.
Ун кешенең дүртәүһе (39 %) торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһен — ҡалала, ә күпселек (46,5 %) ҡала янында күп ҡатлы йорттар төҙөү иҫәбенә хәл итергә тигән тәҡдим индергән.
Халыҡтың фекеренсә, балаларҙың ялы, уларға тәрбиә биреү объекттары һанын арттырыу зарур.
Сара барышында өфөләргә “Һуңғы йылдарҙа экологик хәл ниндәй яҡҡа үҙгәрҙе?” тигән һорауға яуап бирергә тәҡдим ителгән. Уларҙың 43,3 проценты хәлдең үҙгәрмәүен, һәр бишенсе кеше (21,7 %) — яҡшы яҡҡа үҙгәреүен, сирек өлөшө (25,9 %) экологияның насарайыуын билдәләгән. Өфө халҡының өстән бер өлөшө беҙҙәге экология башҡа ҙур ҡалаларҙан бер яғы менән дә айырылмай тигән фекерҙә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад