Сибай һаман төтәй21.12.2018
Сибайҙа экологик хәл тотороҡло, рөхсәт ителгән концентрацияның артыуы асыҡланмаған. Был турала матбуғат конференцияһында Дәүләт аналитика контроле идаралығы директоры Валентина Сафарова белдерҙе.

“Килеп сыҡҡан хәл – порода асылған саҡта руда әселәнеүенең логик процессы. Сибай карьерында перит менән халькоперит табыла. Асылған порода атмосфера тәьҫире аҫтында яйлап әселәнә, һөҙөмтәлә тәбиғи көкөрт барлыҡҡа килә”, – ти БДУ-ның геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Исхаҡ Фәрхетдинов.


“Көкөрттөң әселәнеүе – химик ҡына түгел, ә биохимик процесс”, – тип тә өҫтәй Валентина Сафарова.


Сибай властары юғары әҙерлек режимында эшләүен дауам итә. Һауаның составы даими рәүештә тикшерелеп тора.

“Ҡала дауаханаларына тирә-яҡ һауаның насарайыуы сәбәпле сәләмәтлеге хөртәйгән бер кеше лә мөрәжәғәт итмәне. Ҡабул итеү бүлексәләренә лә, участка терапевтарына ла килеүселәр юҡ”, – тип белдерҙе Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Сафин.


Вернуться назад