Балалар баҡсаһы, мәктәп төҙөлә21.12.2018
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡаланың Киров районындағы социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты. Кузнецов затоны биҫтәһендә төҙөлөш әүҙем бара. Бында граждандарҙы авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереү, етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеү өсөн социаль торлаҡ һалына.

Өлфәт Мостафин район халҡы өсөн яңы балалар баҡсаһы һәм мәктәп төҙөү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. Ҡала башлығы районды тәртипкә килтереү һәм төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһында булды, кадрҙар һәм матди-техник тәьминәт менән танышты, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Хакимиәт башлығы шулай уҡ Ғабдулла Амантай урамындағы балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн тикшерҙе.
“2-се балалар поликлиникаһының Ғабдулла Амантай урамындағы филиалын киләһе йыл мартта асабыҙ. Әммә ул ваҡытлыса буласаҡ, заманса медицина учреждениеһы төҙөлгәнгә тиклем эшләйәсәк”, — тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өлфәт Мостафин.




Вернуться назад