Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Төбәк етәкселеге исеменән йәш ғалимдарҙы республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов тәбрикләне.
Быйылғы премияға 2016-2017 йылдарҙа башҡарылған 31 ғилми эш дәғүә итте, шуларҙың туғыҙы – техник, 11-е – гуманитар, тағы ла 11-е тәбиғи фәндәр өлкәһенә ҡағылышлы. Улар араһынан Денис Гусаков, Руслан Кәримов, Айбулат Миңлейәров, Алһыу Үләева, Юлия Федорова һәм Ғәлиә Ғималованың хеҙмәттәре иң яҡшылары тип табылды.
– Республикабыҙ етәкселеге тарафынан беҙгә, йәш ғалимдарға, ошондай иғтибар күрһәтелеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы. Бындай дәртләндереү саралары яңы ҡаҙаныштарға, үрҙәргә әйҙәй, – тине Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең йәш ғалимәһе Алһыу Үләева. Уның фәнни хеҙмәте агломерацияларҙың, йәғни ҙур ҡалаларҙың эргә-тирә биләмә менән берлектәге үҫешенә, был күренеште халыҡ өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ, зыянһыҙыраҡ итеүгә арналған. Алһыуҙың хеҙмәттәштәре – ошо уҡ үҙәктең Биология һәм генетика институтында фән өлкәһенә ҡыйыу аҙымдар яһаған Ғәлиә Ғималова менән Юлия Федорова – йәш генетиктар. Улар аллергендарҙың кеше сәләмәтлегенә тәьҫирен һәм уларҙы дауалау алымдарын өйрәнә.
– Талантлы йәштәрҙе ғилми эшмәкәрлеккә йәлеп итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Киләсәк – фәнгә, ә фән һеҙгә таяна, – тигәйне йәш ғалимдарҙы
тәбрикләү барышында Артур Фәрүәз улы. Был һүҙҙәр әлеге сараның асылын да, маҡсатын да асыҡ сағылдырҙы.