Хайуандарға ла закон буласаҡ20.12.2018
Рәсәй Дәүләт Думаһы теүәл һигеҙ йыл үткәндән һуң хайуандар менән мөғәмәлә итеү хаҡында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Унда ҡырағай хайуандарҙы фатирҙа, йортта, баҡса участкаларында тотоу тулыһынса тыйыла. Сауҙа үҙәктәрендә зоопарктар урынлаштырыу ҙа ярамай.

Яңы документта шулай уҡ, ниндәйҙер ғәйеп табып, урамда хайуандарҙың йәнен алыу ҙа тулыһынса тыйыла. Уның урынына дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға приюттар ойошторолорға тейеш. Йәнә уларҙы, шул иҫәптән айырыуса ҡурҡыныс тоҡомлоларын йөрөткәндә морондоҡ кейҙереү йәки бауҙа йөрөтөү кәрәк буласаҡ.




Вернуться назад