Ошо көндәрҙә республика Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы паркы “Лада Гранта” маркалы автомобилдәр менән тулыланды.
Республика иҫәбенә алынған транспорт ете район һәм бер ҡала дәүләт техник күҙәтеү инженер-инспекторҙарына биреләсәк. Был иһә юлда йыш йөрөгән инспекторҙарҙың хеҙмәт шартын күпкә еңеләйтеп, хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк.