Һауығыр өсөн сирҙе йәшермәҫкә кәрәк24.05.2012
Илдең үҫеш бизмәне булып торған ғаилә институтын нисек нығытырға? Ташланған балалар, тарҡалған ғаиләләр һанын нисек кәметергә? Тыуымдың артыуын нимә тотҡарлай? Ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса кәңәш ҡорор өсөн Рәсәйҙең ғаилә һәм балалыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы белгестәре Өфөгә йыйылды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Ғаилә һәм балалыҡ: тәжрибә, мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре" тип аталған Бөтә Рәсәй конгресы бишенсе йыл рәттән фәҡәт баш ҡалабыҙҙа уҙғарыла.
Пленар өлөштә сығыш яһаусыларҙың, башҡарылған эште барлауҙан ситләшеп, ғаиләләрҙең көнитмешен яҡшыртыу буйынса эшлекле тәҡдимдәр индереүе сараның әһәмиәтен арттырҙы.
— Республикабыҙҙа 1,5 миллиондан ашыу ғаилә бар, уларҙа 900 мең бала тәрбиәләнә. Күп балалы ғаиләләр 330 меңдән ашыу. Балалар һауыҡтырыу лагерҙарына, бала имеҙеүсе һәм йөклө ҡатындарға айырым иғтибар булдырылған. Илдә аталыҡ, әсәлек һәм балалыҡтың абруйы үҫһен өсөн республикабыҙ артабан да тырышлыҡ һаласаҡ, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, "Рәсәй ғаиләһе" милли йәмәғәт комитетының төбәк бүлексәһе рәйесе Фидус Ямалетдинов.
"Рәсәй ғаиләһе" милли йәмәғәт комитетының беренсе вице-президенты, Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры Лидия Федякина ғаилә сәйәсәте стратегияһын булдырырға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны.
— Торлаҡлы булыр өсөн урта хәлле ватандашыбыҙ 25 йыл эшләргә тейеш. Бындай шарттарҙа күмәк бала үҫтереү, уларға һәйбәт тәрбиә биреү тураһында һүҙ йөрөтөүе ауыр. Йәш ғаиләләргә фатир алыу йә йорт һалып инеү өсөн һиҙелерлек ярҙам күрһәтелһә, буласаҡ әсәләрҙең һаулығы тейешле кимәлдә хәстәрләнһә, ғаилә бизнесын үҫтереү мөмкинлектәре асылһа, оло йәштәгеләргә йөҙ менән боролһаҡ, Рәсәй ыңғай күренештәр буйынса алдынғылыҡ яулаясаҡ. Юғиһә бөгөн илебеҙ аборт һәм тарҡалған ғаиләләр һаны буйынса донъяла беренсе урынға сыҡҡан. Йәмғиәтебеҙҙәге сирҙәрҙе бөтөрәйек тиһәк, ауыртҡан урынды йәшерергә ярамай, — тине ул.
Конгреста әйтелгән фекерҙәр киләсәктә һәр ғаиләнең тормошонда ыңғай сағылыш табыр, тип ышанғы килә.
Сараның пленар өлөшөнән һуң республиканың иң күркәм, өлгөлө ғаиләләре тәбрикләнде. Араларында 60 йыл уртаҡ тормош көтөүсе гәүһәр пар, ҡарауһыҙ балаларҙы уллыҡҡа һәм патронат тәрбиәгә алған оло йөрәкле ата-әсәләр, һоҡланғыс йәш ғаилә лә бар ине. Илеш районының Теләкәй ауылынан килгән Ынйы менән Фәүис Сөләймәновтарҙың ғаиләһе саҡырылғас, сәхнә тарайғандай тойолдо. Улар туғыҙ балаға ғүмер биргән. "Мал аҫрап, баҡса үҫтереп йәшәйбеҙ, балаларҙы эшкә өйрәтеп үҫтерәбеҙ", — тип беҙгә ғаиләһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләне Ынйы Раят ҡыҙ. Ишле ғаиләгә "ГАЗель" автомобиленең асҡысын тапшырыу ил кимәлендәге сараның тулҡынландырғыс мәлдәренең береһенә әүерелде.
Илебеҙҙең аборт һаны буйынса беренсе урынға сығыуы, һәр етенсе парҙың бала һөйөү бәхетенән мәхрүм булыуы халыҡ һанының йылдан-йыл кәмеүенә килтерә. Шуға күрә бала бағыуҙы мөҡәддәс бурыс тип һанаусы ғаиләләрҙе ҙурлау тантаналарын үткәреү, балалыҡ һәм ғаилә мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү бөгөнгө Рәсәй өсөн үтә лә мөһим.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад