Ҡасандыр яратышып өйләнешкәндәрҙең бер көн килеп айырылышыуы ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларға ла, туғандарға ла ауыр тәьҫир итә. Ҡайһы саҡта юҡ ҡына сәбәп менән йәштәрҙең юлдары айырылып ҡуя.
Шул уҡ ваҡытта ғаиләне һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәре лә бар. Мәҫәлән, парҙарға ярҙам итеү маҡсатында дәүләт бюджет учреждениеларында “Ғаилә” үҙәктәре ғаилә медиаторҙары булдырылған. Статистика буйынса, был үҙәктәргә мөрәжәғәт иткәндәрҙең 70 проценты айырылышыуҙан баш тарта.
Әле бындай хеҙмәттәр Өфө, Благовещенск, Күмертау ҡалаларында, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылдарында эшләй.