Ит ҡайҙа осһоҙораҡ?20.12.2018
Башҡортостан фермерҙары үҙҙәренең продукцияһын махсус магазиндарҙа һата аласаҡ. Был хаҡта Фермер ит сәнәғәте компанияһы генераль директоры Алексей Израйлев хәбәр итте.

Етәксенең әйтеүенсә, Өфө районында асылған ит эшкәртеү цехы урындағы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең сеймалына ғына иҫәп тота. Әлегә бында Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары фермерҙарынан итте баҙар хаҡы менән ҡабул итәләр. Әммә улар башҡалар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Өфөнөң ун магазинында продукцияның бер килограмы баҙарҙағынан 5—10 һумға арзаныраҡҡа һатыла. Киләсәктә баш ҡалала ошондай ҡырҡ магазин асылыуы көтөлә.




Вернуться назад