Илештә игеҙәктәр күбәйгән!20.12.2018
Ғәжәп хәл, илештәрҙе ҡыуандырып, ғаиләләрҙә игеҙәк сабыйҙар донъяға килә. Ғаилә йылының һуңғы көндәрендә районда быйыл тыуған игеҙәктәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

Һигеҙ ғаиләлә — 16 сабый! Әҡлимә һәм Ирек Ғәзизовтар, Инзилә һәм Вадим Ғаязовтар, Миләүшә һәм Рөстәм Тимеровтар, Айгөл һәм Радик Мөхәмәтдиновтар, Таңһылыу һәм Ирек Камаловтар, Эльвира һәм Рәйес Мардисламовтар, Әлиә һәм Радик Дәүләтовтар, Алина һәм Айнур Шафиҡовтарға район хакимиәте башлығы Рәмил Хәйретдинов иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Күркәм сара йылы мөхиттә йыр-моң, яҡшы кәйеф менән үтте.




Вернуться назад