Хәйбулла районының дүрт ауылында урамдарҙы яҡтыртыу өсөн автономлы “ҡояш” бағаналары ҡуйылды. Көндөҙ был панелдәр ҡояштан энергия туплай һәм, ҡараңғы төшкәс, яҡтырта.
Яңы технологияларға нигеҙләнгән ҡояш “бағаналары” хәйбуллалар өсөн бигерәк тә мөһим, сөнки һуңғы йылдарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшөнөң йылдам үҫеш алыуы сәбәпле, төбәктә электр энергияһына ҡытлыҡ арта. Ул шулай уҡ экологик яҡтан таҙа булыуы менән дә ҙур әһәмиәткә эйә.
Яңы технологияларҙы сафҡа индереү “Ҡала мөхите” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Аҡъярҙың алты урамын, шулай уҡ Бүребай, Татырүҙәк һәм Маҡан ауылдарының берәр урамында урынлаштырылған панелдәр ҡояштан алған нурҙар менән яҡтыртыуын дауам итә. Киләсәктә лә был йүнәлештәге эш дауам итәсәк.