20 декабрҙә Өфөлә, “Торатау” Конгресс-холы эргәһендә район дауаханаларының баш табиптарына һәм водителдәргә өр-яңы “Ашығыс ярҙам” автомобилдәре асҡыстары тапшырылды.
Дауаханалар өсөн В класлы автотранспорт, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Дөйөм алғанда, республикабыҙға 49 медицина ярҙамы машинаһы тапшырыласаҡ, әлегә иһә уларҙың 23-ө Башҡортостандың төрлө төбәктәренә йүнәлде.
Автомобилдәр бөтә стандарттарҙы иҫәпкә алып эшләнгән, ГЛОНАСС системаһы, кондиционер, йылытҡыстар, тауышты көсәйтеү ҡулайламалары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, дефибриллятор, электрокардиограф, пациенттарҙы күсереү һәм ташыу һәм башҡа саралар менән йыһазландырылған.