Ришүәт алһаң...20.12.2018
Ҡалтасы районында ветеринария станцияһының элекке начальнигына ришүәтселек өсөн 550 мең һум штраф һалынған. Быйыл майҙа суд уға һуғышҡан өсөн 60 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп ителгән кешене ебәргән.

62 йәшлек ветеринар был әҙәмгә эшләмәйенсә табелде тултырырға, бының өсөн үҙенә 15 мең һум түләргә тәҡдим иткән. Ир шунда уҡ полицияға хәбәр иткән. Ветеринария станцияһы начальнигын аҡсаны тапшырғанда ҡулға алғандар.

Енәйәт эше ҡуҙғатылған, белгес вазифаһынан бушатылған. Суд уға штраф һалып, административ-хужалыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙе тыйған.




Вернуться назад