Йәштәр ситкә китмәһен20.12.2018
“Миңә, йәш кешегә, Радий Фәрит улының йәштәргә, уларҙың республиканан китеү проблемаһына айырым иғтибар биреүе оҡшаны. Башҡа төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарына уҡыусыларҙың 25 проценты китә – был бик ҙур һан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күптәре кире әйләнеп ҡайтмай, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан йәки Екатеринбургта ҡалыуҙы хуп күрә. Тимәк, беҙ йәш, энергиялы, һөҙөмтәле белгестәребеҙҙе юғалтабыҙ”, – тип Мөрәжәғәтнамә буйынса фекерҙәре менән “Өфө” футбол клубының пиар-менеджеры Элина Хисамова уртаҡлашты.

Уның әйтеүенсә, бөгөн йәштәрҙе ватансылыҡ, тыуған ергә һөйөү менән ҡарарға саҡырыу менән генә республикаға бәйләп булмай. Уларға даими, ҡыҙыҡлы, һәйбәт түләнгән эш урыны кәрәк. Мөрәжәғәтнамәлә йәштәрҙе Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн аныҡ бурыстар ҡуйылған.

“Миңә шулай уҡ вуз-ара кампус төҙөү идеяһы ла бик оҡшаны. Ул, моғайын, ҡеүәтле белем биреү үҙәгенә әүерелер. Башҡортостанды яңынан бик шәп республика итеүгә өлгәшербеҙ, тип ышанам”, – ти ул.




Вернуться назад