Шыршы тирәләй... 780 бала20.12.2018
Шыршы тирәләй... 780 балаРеспубликаның төп Яңы йыл шыршы байрамы иртәгә уҙасаҡ. Унда алдынғы уҡыусылар, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, үҙешмәкәр фестивалдар лауреаттары – барлығы 780 бала килер тип көтөлә.

Балаларҙы шаян клоундар, шыршы тирәләй флешмоб, сағыу костюмдар, 3Д проекция, “Яңы йыл киреһенсә” тип аталған мультимедиялы шоу көтә.
Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Яңы йыл киреһенсә” тигән тамаша һәр бер теләгән кеше өсөн 7 ғинуарға тиклем барасаҡ. Билеттар буйынса мәғлүмәт концерт залының сайтында бар.




Вернуться назад