Үҙебеҙ тураһында белдерергә ваҡыт20.12.2018
Төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова Рәсәй халыҡтары кәсептәренә арналған Мәскәү йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашты. Экспозицияла илдең 68 төбәгенән килгән оҫталарҙың һәм 1600 ойошманың эше ҡуйылды.

Йәрминкә сиктәрендә эшлекле форум үтәсәк, унда өс көн дауамында конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре, эксперт дискуссиялары һәм башҡа саралар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостан оҫталары ҡулдан эшләнгән сувенирҙар, милли кейемдәр, ювелир әйберҙәре, башҡорт балы һәм башҡа бик күп нәмәләр килтергән.

Каринэ Хәбированың фекеренсә, Башҡортостан өсөн мөһим юбилей саралары алдынан республикабыҙҙы, уның милли йолаларын һәм мәҙәниәтен нисек тә булһа киңерәк күрһәтергә кәрәк. “Республиканың 100 йыллығына арнап, яҙын һәм көҙөн Мәскәүҙә лә саралар үткәреү күҙаллана. Шулай уҡ Өфөлә халыҡ кәсептәренә, оҫталарға арналған саралар буласаҡ. Минеңсә, был – үҙебеҙ тураһында белдереү өсөн уңай мәл”, – тине төбәк етәксеһенең ҡатыны.



Вернуться назад