Ура, газ килде!20.12.2018
Иҫке Балтас ауылының “Көнбайыш” биҫтәһендә өр-яңы селтәр буйлап тәбиғи газ ағылды, ә Штәнде ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Объекттар республика Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһы нигеҙендә төҙөлгән.

“Көнбайыш” биҫтәһендә ауыл хужалығы тармағында эшләгән һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандарға торлаҡ бирелә. Проекттың дөйөм хаҡы — 20,2 миллион һум. Әле 18,9 саҡрымлыҡ газ селтәре сафҡа индерелгән, 570 торлаҡ йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” килгән.




Вернуться назад