Ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыҡһаң, һаҡ бул!20.12.2018
Ҡаргиҙәрҙә йөрөргә сыҡһаң, һаҡ бул!Башҡортостанда 14 ғинуарҙан 15 февралгә тиклем “Ҡаргиҙәр” операцияһы иғлан ителә. Был туралағы ҡарарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Операция барышында юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспорттың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү буйынса саралар күреләсәк. Эште республиканың Үҙйөрөшлө машиналар һәм техниканың башҡа төрҙәрен күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт автоинспекцияһы берлектә ойоштора.




Вернуться назад