Кеше яҡынлашҡас та шлагбаум, ҡапҡа, ишек асылып китә. Бер ниндәй асҡыс та, пульт та кәрәкмәй. Шәп бит!
Әлегә был хыялда ғына булһа ла, тиҙҙән ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк. Башҡортостан оҫталары шундай шәп яңылыҡ уйлап тапты.
Проект авторҙарының береһе Михаил Абдрафиҡов был хаҡта: "Быға тиклемге алым уңайһыҙ ине, һәр кемгә ҡулына асҡыс йәки пульт алырға кәрәк булды. Ә бында иһә "асҡыс" ғәҙәти смартфонға ҡуйыла", – ти.