Аптырағас, үҙҙәре барып тикшерәсәк20.12.2018
Һуңғы ваҡытта республикалағы Күп функциялы үҙәктәр офистары эшенә ризаһыҙлыҡ белдергәндәр күп. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙәрен талап итте.

Билдәле булыуынса, “Күп функциялы үҙәк” учреждениеһы етәкселәре Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Өфө ҡалаларына, Кушнаренко, Оло Ыҡтамаҡ, Мәсәғүт, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Шишмә ауылдарына сығып, халыҡты ҡабул итергә уйлай. Урындағы халыҡ уларға үҙәктәрҙең эшенә ҡағылышлы һорауҙарҙы, тәҡдимдәрҙе еткерә ала. Бының өсөн шәхесте раҫлаған документ алып барырға кәрәк.




Вернуться назад