Киләһе йылда кем диспансерлаштырыу үтә?19.12.2018
Халыҡтың һаулығын хәстәрләү мәсьәләһе дәүләттең иғтибар үҙәгендә: йыл һайын граждандарҙың билдәле бер категорияһы өсөн диспансерлаштырыу ойошторола.

Бушлай үткәрелгән комплекслы медицина тикшереүе – 18 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн, уларҙың социаль хәле, йәғни уҡып йөрөүе йәки эшләү-эшләмәүе мотлаҡ түгел. Сараның төп маҡсаты – сирҙәрҙе һәм хәүеф факторҙарын башланғыс этапта асыҡлау, уларҙы дауалауҙы ваҡытында башлау. Билдәле булыуынса, сирҙе иҫкәртеү күпкә отошло, ә инде организмды тулыһынса зарарлаған ауырыу менән көрәшеү күпкә сығымлы ла, һөҙөмтәһе лә билдәһеҙ. Тап ваҡыты үткәреп ебәрелгән сирҙәр Рәсәйҙә инвалидлыҡҡа килтереүҙең йәки кешеләрҙең иртә мәрхүм булыуының төп сәбәбе булып тора.

Диспансерлаштырыу үтеү өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалау ҡағыҙы кәрәк. Ошо документтар менән теркәлеү адресы буйынса урындағы поликлиникаға (граждан ошо дауалау учреждениеһына ваҡытлыса беркетелгән булһа ла ярай) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Төплөрәк мәғлүмәтте регистратурала, йәки медицина иҫкәртеүе кабинеттарында алырға була. Бының өсөн алдан яҙылыу кәрәк түгел.

2019 йылда 1920, 1923, 1926, 1929, 1932, 1935, 1938, 1941, 1944, 1947, 1950, 1953, 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуған кешеләр диспансерлаштырыласаҡ үтәсәк.


Вернуться назад