Табышың туйып арыһа...19.12.2018
Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә. Унда, бәлки, ҡатнашҡанығыҙ барҙыр. Миңә лә Ағиҙел йылғаһы буйында уҙғарылған ярыштарҙың береһен күҙәтергә, шулай уҡ ҡатнашырға тура килде.

Нимә аптыратты һуң? Беренсенән, ун тулғас, ике сәғәт буйы емләйһең, 12-лә генә ҡармағыңды ташлайһың. Бер урынға өсәр-дүртәр биҙрә ем ырғыталар. Ун ике тулыуға иһә балыҡтарҙың ашап хәле бөтә.

Өҫтәүенә ярышта ҡатнашырға теләгән­дәрҙең күбеһе (бигерәк тә өлкән йәштәгеләр) уның үткәрелгәнен белмәй ҙә ҡала. Эйе, мәғлүмәт киңерәк таратылһын ине.


Вернуться назад