— Хөрмәтле коллегалар, Аллаға шөкөр ҡотолдоҡ бит шул БДИ тигән аждаһанан. — Мәктәп директоры Вафа Ғәли улы, еңел һулап, түңәрәк өҫтәл тирәләй ултырған уҡытыусыларға ҡыуаныслы ҡараш ташлап. — Элегерәк һуғыш, аслыҡ тигәндәре дер ҡалтыратһа, хәҙер БДИ алҡымдан ала. Һеҙгә лә, балаларға ла, ата-әсәләргә лә уның менән аҙ алышырға тура килмәне. Шулай ҙа, шөкөр, уның алдында бирешеп торманыҡ. Һөҙөмтәләр, әйтергә кәрәк, бигүк алама түгел, яҡшы тиһәң дә була. Тә-әк, Йыһаншиндыҡын кем эшләне?
Тынлыҡ. Уҡытыусылар бер-береһенә һораулы ҡараш ташланы.
— Тартынмайбыҙ, коллегалар, ҡыйыуыраҡ, йә, кем эшләне?
— Хәмиҙә Мәғәфүровна... — тип кемдеңдер шыбырлауы ҡолаҡҡа салынды.
— Хәмиҙә Мәғәфүровна, иң яҡшы һөҙөмтә һеҙҙә, афарин!
Уҡытыусылар дәррәү ҡул сапты. “Биш”лек эшләгән уҡытыусының йөҙөнә ҡыҙыл йүгерҙе, мөләйем йылмайыу сағылды. Ул үҙенең эшенән ҡәнәғәт ине.
Директор ҡулындағы яҙыуға йәнә күҙ йүгертте.
— Мозафаровтыҡын кем әтмәләне инде?
— Уныҡын мин эшләгәйнем, — тине, күптән түгел 100 мең грант алып, ҡурсаҡ кеүек кейенеп алған Флүзә Йәғәфәровна.
— Бындай һөҙөмтә менән, Флүзә Йәғәфәровна, һеҙҙе ПТУ-ға ла яҡын йөрөтмәйәсәктәр!
— Ә Ғәлимовтыҡын?
— Мин!
Вәрисә Ниғмәтовна, ғәҙәттәгесә, танауын юғары сөйөп, һикереп үк торҙо.
— Вәрисә Ниғмәтовна, һеҙ, әлбиттә, тырышҡанһығыҙ, һүҙ юҡ. Тик бына...
Вафа Ғәлиевич, әйтергә һүҙ эҙләгәндәй, туҡтап ҡалды.
— Эйе, эйе, мин аңлайым, Вафа Ғәлиевич, барыһы ла дөрөҫ булһа ла, бик һәйбәт түгелдер инде шул, — тип, алтынһыу бөҙрә сәстәрен ипләй-ипләй, ғорур баҫып тора бирҙе уҡытыусы.
— Вәрисә Ниғмәтовна, һеҙ “ике”лек эшләгәнһегеҙ бит әле...
— “Ике”лек? Нисек “ике”лек, Вафа Ғәлиевич?! Минме, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булып та, “ике”лек, имеш! Булмаҫ!
Вәрисә Ниғмәтовна бер ҡыҙарҙы, бер ағарҙы. Әммә берәү ҙә өндәшмәне. Тик кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, кемдер йәлләгән төҫлө уфтанды. Һуңынан күҙен дә йоммай:
— Белгегеҙ килһә, Вафа Ғәлиевич, беҙ уҡыған заманда быларҙың береһен дә уҡытманылар, үәт! — тип, арт яғын уйната-уйната, бейек үксәләрен тыҡылдата-тыҡылдата, ишекте шартлатып ябып сығып китте атҡаҙанған уҡытыусы.
Диана ХӘБИБУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.