Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк19.12.2018
Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?! Кистән ныҡлы әҙерләнәһең, ә таңға ҡойоп ямғыр яуып ебәрә йә күҙ асҡыһыҙ буран башлана... Ошондай хәлгә тарымаҫ өсөн радионан һауа торошон тыңлау ғына етмәй шул. Һынамыштарға иғтибар итеү, кәрәк икән – яҙып ҡуйыу, һығымта эшләргә өйрәнеү мөһим. Иртәгә буласаҡ һауа торошон тәбиғәт үҙе әйтеп тора ул. Бына, мәҫәлән, бер нисә һынамыш.

Ҡояшҡа бағып...
1. Ҡояш тирәләй асыҡ түңәрәк бар икән, иртәгәһен көн боҙола.
2. Күк йөҙөн болот ҡаплаһа – ямғырға.
3. Ҡояш сыҡҡан ваҡытта арлы-бирле болоттар йөҙһә, төштән һуңға иһә күк йөҙө асылһа, тимәк, иртәгә салт аяҙ буласаҡ.
4. Ҡояш ҡуйы ҡыҙыл төҫкә мансылып байыһа, иртәгә аяҙ, әммә елле буласаҡ.
5. Әгәр ҡыш иртәнсәк ҡояш ҡыҙарып сыға икән, мотлаҡ буран көтөгөҙ.
Айҙың билдәләре
1. Ай тоноҡланһа, көн боҙола.
2. Ул ҡыш көнө ике йәки өс ҡулса менән уратып алынһа, һыуыҡ көт.
Йондоҙҙар ни һөйләй?
1. Күк йөҙөндә йондоҙҙар күп күренһә – йылыға.
2. Әгәр улар һирәк кенә емелдәп торһа, көн боҙолор.
Болоттар һәм ел
1. Ел көнсығыштан көн­байышҡа табан иҫһә, балыҡҡа сыҡмаһаң да була. Был һынамыш айырыуса ҡыш дөрөҫкә тура килә.
2. Кискә ҡарай болоттар ҡуйырһа, иртәгәһенә ямғыр көт.
Төтөн
Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа – аяҙға, ергә таралһа – көн боҙолоуға.
Томан
Ул үҙәктәргә йыйылһа, көн оҙаҡ ваҡыт аяҙытмаҫ.
Ысыҡ һәм үрмәксе ауы
1. Ысыҡ төшмәһә, һауа торошо боҙола.
2. Ысыҡ ҡуйы икән, көн аяҙ буласаҡ.
3. Үрмәксе ауы осһа, “әбейҙәр сыуағы” башланыр.
Ут
Усаҡтағы күмер көл менән тиҙ ҡапланһа – аяҙға.
Ҡоштар ҙа белә
1. Ҡарға үҙен тыныс тотһа, көн аяҙ булыр. Ҡарҡылдап оса икән, йәй – ямғырға, ҡыш – буранға.
2. Турғайҙар сырҡылдашһа, йылы, ҡояш­лы көндәр көт.
Йәнлектәр һиҙә
1. Бесәй йыш йыуынһа, көн боҙола.
2. Эт ҡарҙа аунаһа – йылыға.


Вернуться назад