Һыла тотабыҙ19.12.2018
Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп эләктерергә мөмкин.

Иң мөһиме – ҡамышлы урын та­бырға кәрәк. Һыу тәрәнлеге 1,5 – 2 метр булған ерҙә һыла ҡышҡылыҡҡа ятыусан. Әгәр яр буйында ҡарағай үҫә икән, тимәк, һыу төбө балсыҡлы, ҡырсынташлы тигән һүҙ.

Һыланы боҙҙағы һауа бөрсөктәренә ҡарап эҙләйҙәр. Ул тәрән йылғаларҙың һайыраҡ, киң ятҡылыҡ­тарҙың иһә тарайған ерендә йөрөүсән. Был урындарҙа сабаҡ, ташбаш, күгел­йем йыйыла, ә һылаға шул ғына кәрәк: ашарға аҙыҡ бар!

Ҡыш иң уңайлыһы – йылтырмаға һәм тере селбәрәгә тотоу. Әммә бер нәмәне иҫтән сығарырға ярамай: суртан йөрөгән ерҙә һыла булмаясаҡ. Бер мәкелә ун минуттан ашыу ҡармаҡ уйнатыу файҙаһыҙ, шуның өсөн башта уҡ бер нисә мәке уйырға кәрәк. Үтә ялтыр йылтырма ҡулланмағыҙ, ептең 0,30-0,33 миллиметрлығын алһағыҙ – оторһоғоҙ, үтә ҡалыны уйнатыу өсөн уңайһыҙ.

Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған һыланың ите тәмле, ҡыҙҙырыуға ла, һурпаға ла, һаҡлауға ла бара.


Вернуться назад