Яҡташыбыҙ, балыҡтар тураһында дүрт китап сығарған Юрий Тепловтың кәңәштәрен еткереүҙе дауам итәбеҙ. Был юлы һүҙ ҡышҡы айҙарҙа балыҡ тотоу ысулдары хаҡында барасаҡ.
Беренсе боҙ, һәр ваҡыттағыса, балыҡсылар көтөп алған мәл. Барлыҡ кәрәк-яраҡ көҙҙән үк әҙерләп ҡуйылған бит, көнө генә етһен! Теләгәне тормошҡа ашып, йылға-күл боҙ менән ҡапланғас, балыҡсы өсөн ләззәтле мәл башлана. Ҡорман, күстерә, юрыш, сабаҡтың яҡшы ҡапҡан сағы был, уларҙы көйәнтәле ырғаҡҡа (балансир), йылтырмаға һәм, әлбиттә, ҡарышлауыҡтарға рәхәтләнеп эләктерергә мөмкин.
Алабуға тураһында айырым әйтеп үтәйек. Ҡыш уның бармаҡ буйлыһын эләктерһәң дә бәләкәй балалай ҡыуанаһың, әммә ошо ваҡтар араһында эреләре лә барҙыр, тип әллә ни өмөтләнергә ярамай. Улар айырым-айырым ҡамыш, үлән араһында йөрөүҙе хуп күрә, яҙға табан ғына бергә ҡушыла. Бындай урындарҙы суртан һәм һыла ла ярата.
Алабуғаны ҡыш тотоуҙың төрлө юлдары бар. Араларында иң таралғаны шул: ҡармаҡты яй ғына күтәрәһең дә ҡапыл төшөрәһең. Быны өс-дүрт секунд һайын ҡабатларға кәрәк. Ғәҙәттә, алабуға йылтырманы өҫкә күтәреп килгәндә ҡабыусан.
Оҫта балыҡсылар өйгә ҡайтыр алдынан мәкегә тал ботағы тығып китеүсән. Ҡайһы берҙә уйған мәкегә балыҡ һыймай башлауы ихтимал, бындай осраҡта яңынан ҙурыраҡты эшләргә тура киләсәк.
Төрлө ҡарышлауыҡҡа тотҡан балыҡсы аралары 40-50 сантиметр булған өс-дүрт мәке уя, һәр береһен емләй, бер аҙ туралған селәүсен төшөрә. Беренсе боҙ аҫтында һыу әлегә ныҡлап һыуынып өлгөрмәгән, шуға күрә табыш ярайһы яҡшы эләгеүсән. Декабрҙең икенсе яртыһында йәйен, ҡарабалыҡ, табан бөтөнләй ҡапмай тиерлек.
Боҙ ҡалынайған һайын, һыуҙа кислород кәмей. Әйткәндәй, ғинуарҙа шамбы ыуылдырыҡ сәсеүгә әҙерләнә башлай, уға бер ниндәй һыуыҡ та ҡамасауламай. Тәжрибәле балыҡсылар иһә, ошо мәлде файҙаланып, меҫкендәрҙе күпләп тотоп ҡала. Тимәк, улар тәбиғәт йәнле түгел, яңы тормошто емереү менән бер бит был.
Аҡ тәңкәле балыҡтар тәрән урынға күсә, улар дегәнәк ҡарышлауығына яҡшы эләгеүсән. Яр буйындағы ошо үҫемлекте ҡырҡып алаһың да уртаға яраһың, эсендә ваҡ ҡарышлауыҡтар була. Икәү-өсәүһен бәләкәй ҡармаҡҡа эләктереп, рәхәтләнеп балыҡ тоторға мөмкин.
Яңы урынға барһағыҙ, мотлаҡ башҡалар янына ултырырға тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, уларҙың күбеһе был урындарҙы электән белә. Ҡармаҡ ебегеҙ 0,15 миллиметрҙан ҡалын булмаһын. Күреүебеҙсә, күп балыҡсылар хәҙер һыу буйында сатыр ҡороп ебәрә, ҡайһы берҙәре хатта уны йылытып та ҡуя. Шәмең дә яҡтыртып торһа, төнө буйы рәхәтләнеп тот та тот, тик һаулығың ғына булһын.