Яңыраҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре Түбәнге Кама һыу һаҡлағысына 12 мең уҡбалыҡ һәм һөмбаш селбәрәһен ебәрҙе. Улар Һарытау ҡалаһындағы балыҡсылыҡ хужалығынан алынған.
Селбәрә ебәрелгән урын ҡамышлы, тыныс, йыртҡыс балыҡтарҙан йәшеренергә мөмкин.
– Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа балыҡ кәмене. Бының сәбәбе: браконьерҙар ау, йылым, электрға тоташтырылған ҡармаҡ менән баш-баштаҡлыҡ ҡыла. Селбәрә ебәреүҙең әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур, – ти ошонда йәшәгән Мирҡасим Сафуанов.
Былтыр Түбәнге Кама һыу һаҡлағысына бер аҙ һаҙан ебәрелгәйне. Дөйөм алғанда, 2017 йылда ғына Башҡортостандың йылға-күлдәре өсөн 200 меңдән ашыу селбәрә һатып алынған.
Промысла балыҡсылығы республикала 70-кә яҡын участкала алып барыла. Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, был кәсеп менән 13 шәхси эшҡыуар һәм 11 ойошма шөғөлләнә.