Өлфәт МОСТАФИН, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы:
– Бөгөн беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһының алдынғы төбәктәренең береһе, ә Өфө күп иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр йәһәтенән алдынғылар рәтендә. Беҙгә артабан да алға барырға кәрәк, эш талап иткән мәсьәләләр етәрлек. Муниципалитет өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып уңайлы ҡала мөхите булдырыу, социаль мөһим объекттар төҙөү тора. Барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай: тик көндәлек тырыш хеҙмәт менән генә республикабыҙҙы төҙөгөрәк, көслөрәк итәсәкбеҙ, ҙурыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеп буласаҡ. Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан муниципаль берекмәләре башлыҡтары өсөн алдағы эштә маяк булып тора. Халыҡ именлеге өсөн тырышасаҡбыҙ.