“Беҙҙең күршеләр һәм дуҫтар “Беҙ булдырабыҙ” тип бик дөрөҫ әйтә. Ә мин бында йыйылғандарға: “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тип әйткем килә”, – ошондай һүҙҙәр менән дәртләндерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгәндәрҙе.
– Кемгә тәржемә кәрәк, аңлатып китәм, бөгөн беҙ башҡаларҙан һәйбәтерәк эшләргә тейешбеҙ. Тормош кимәле буйынса беҙҙе уҙып киткән төбәктәрҙе ҡыуып етергә теләйбеҙ икән, башҡа юл юҡ. Шул саҡта ғына беҙ ил буйынса алдынғылар рәтенә сығасаҡбыҙ. Был һүҙҙәр беҙҙең девиз буласаҡ, – тине ул.
Радий Фәрит улы республика халҡына үҙҙәрен провинциалдар итеп тоймаҫҡа саҡырҙы. Алдынғы яҡташтарыбыҙ – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, ғалимдар, спортсылар тураһында хәтерҙәренә төшөрҙө. Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен “Алға, Башҡортостан!” тигән һүҙҙәр менән тамамланы етәксе.