Радий Хәбировтың саҡырыуы буйынса Мөрәжәғәтнамә тыңларға килгән Мәсетле районының Түбәнге Бобин ауылы табибы Марат Сәлмаев саранан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Сараға саҡырыу алыу минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Радий Хәбировтың сығышында беҙҙең медицинаға хас проблемаларҙы ишеттем. Был турала беҙ уның менән осрашҡан саҡта һөйләшкәйнек. Мөрәжәғәтнамә бөгөндән тормошҡа ашырыла башланы, тиһәк тә хата булмаҫ. Беҙҙең ауылда киләһе йылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, уның урыны билдәләнгән. Оҙаҡламай халыҡты яңы бинала ҡабул итә башларыма ышанам, – ти ул.