– Балалар менән эшләгән кеше булараҡ миңә ябай, аңлайышлы телмәр яҡын. Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тере миҫалдар, аныҡ кешеләр яҙмыштарына нигеҙләнеп әҙерләнгәйне. Залда намыҫ менән йәшәгән, бар күңелен эшкә һалған ябай хеҙмәт кешеләрен, күркәм ғаиләләрҙе, әүҙем йәштәрҙе күреү шатландырҙы. Рәхмәт һүҙҙәрен дә улар ихлас ҡыуанып ҡабул итә беләләр, – тине бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә тураһында “Тамыр” телерадиокомпанияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә “Балалар сәләмәтлеге – тәрбиә категорияһы” тигән тезис мөһим булды тип иҫәпләй ул.
– Был бик мөһим тема. Һәр өлкән кешене уйландырырға тейеш. Беҙҙең балалар һау булып үҫһен, лайыҡлы шарттарҙа уҡыһын, ата-әсә мөхәббәтендә тәрбиәләнеп, аҙаҡ тыуған ерендә ҡалһын өсөн һәр кем тырышырға тейеш тип иҫәпләйем, – тине Гөлназ Ҡолһарина.