Төп капитал – кеше18.12.2018
Төп капитал – кешеБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң тыуған фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Мөрәжәғәтнамәлә аныҡ йүнәлештәр буйынса төплө маҡсаттар ҡуйылды. Был — медицина, мәғариф, ауылдағы һәм ҡалалағы социаль тормош, инфраструктура. Шулай уҡ быға тиклем әйтелмәй килгән проблемалар ҙа күтәрелде: эшсе халыҡтың себергә китеүе, студенттарҙың юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмауы һәм башҡалар. Мөрәжәғәтнамәлә гигантизм юҡ, ни бары аныҡ бурыстар ғына. Республика халҡы берләшергә һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшләргә тейеш, – тине ул.


Данир Ғәйнуллин фекеренсә, Мөрәжәғәтнамәлә аңлайышһыҙ формулировкалар, проценттар, һандар юҡ. Республика халҡына ошо кәрәк тә инде. “Башҡортостаныбыҙҙың төп капиталы – кешеләр, ә һандар, механизмдар, машиналар түгел, – ти ҡоролтай рәйесе.



Вернуться назад