– Сүп-сар сығарыуға үтә ҙур тарифтар билдәләүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Был мәсьәләгә тулыһынса асыҡлыҡ индереү өсөн ҡалдыҡтар “хәрәкәтенең” иҡтисади йәһәттән нигеҙле, аныҡ логистикаһын төҙөү зарур. Шул саҡта яңы полигондар, сүп-сар айырыу участкалары, тейәү-бушатыу пункттары барлыҡҡа киләсәк, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Бынан алда Радий Хәбиров яңы коммуналь хеҙмәт өсөн Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән хаҡтарҙы кәметергә ҡушҡайны. Уны фекеренсә, сүп-сар өсөн түләү ауыл халҡына – 35, ҡаланыҡыларға 70 һумдан да артмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы халыҡты һыу менән тәьмин итеү системаһындағы проблемаларға, эсәр һыуҙың сифатын арттырыуға, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн лицензияға эйә булыу шарттарын ҡәтғиләштереүгә, был йүнәлештәге эшҡыуарҙарҙан тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар талап итеүгә иғтибарҙы арттырасағы хаҡында белдерҙе.
– Үкенескә ҡаршы, тәбиғәткә сығарылған ҡалдыҡтар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында тора, Рәсәй төбәктәре араһында – тәүге унау араһындабыҙ. Тәбиғәткә зыян килтергән төп предприятиелар менән тығыҙ эшләйәсәкбеҙ, закондарҙы боҙғандарға штрафтарҙы арттырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.