Уҡытыусылыҡ — мәңгелек тема24.05.2012
Уҡытыусылар хаҡында бик күп хат килә. Хәйер, быға аптырайһы ла түгел. Уҡытыусылыҡ — мәңгелек тема. Бәлки, сәбәп йылдар үткән һайын остаздарыбыҙҙың тормошобоҙҙа уйнаған роле нығыраҡ төҫмөрләнә барыуындалыр ҙа. Изге кәңәштәре, алдан күҙаллай белеү һәләте, дөрөҫ йүнәлеш бирә алыуы... Ғөмүмән, уҡытыусыңдың аҡыллы фекере, һөнәрен ихлас башҡарыуы, иғтибары һәм ихтирамы йылдар үтһә лә онотолмай икән ул. Беҙгә килгән хаттарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Рәхмәт хаттары тип атаныҡ уларҙы...

***
Уҡытыусылыҡ — мәңгелек темаЯҡташым Рәмзиә Йомағолова — ысын уҡытыусы. Ул 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Дәрестәре шул тиклем йәнле үтә торғайны. Уҡыусыларының һәләтен үҫтереүгә, уларҙың белем сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирҙе.
Класында тәртип тә яҡшы булды. Рәмзиә Йомабай ҡыҙының педагогик тәжрибәһе — күптәргә өлгө. Ул бер ваҡытта ла булған менән генә тынысланып ҡала белмәне. Һәр ваҡыт өйрәнде, эҙләнде, камиллашты. Иң мөһиме — белгәнен башҡаларға ла өйрәтте. Ул үткәргән "асыҡ" дәрестәрҙе ҡарарға күрше ауылдарҙан, Инйәр зонаһына ҡараған мәктәптәрҙән килә торғайнылар. Ә бит ул замандарҙа интерактив таҡтаһы ла, компьютеры ла, электрон дәреслектәре лә, Интернеты ла юҡ ине. Төп ярҙамсы китап һәм гәзит-журналдар булды. Ғөмүмән, эш ниндәй заманда йәшәүеңдә түгел, ә нисек эшләүеңдә, минеңсә. Һөнәреңде яратһаң, балаларҙы ихтирам итһәң, мәктәбеңә көн дә ашҡынып килһәң генә Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөргә хаҡлыһың.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.


***
Уҡытыусылыҡ — мәңгелек темаРСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, хеҙмәт ветераны Зилә Ҡәнипова хаҡында һүҙем. Зилә Әхмәтвәли ҡыҙы был наградаларға Ҡыйғы районының Йүкәлекүл мәктәбендә 39 йыл эшләү дәүерендә лайыҡ булды.
Әммә эш унда түгел, иң мөһиме — ошо ваҡыт эсендә уҡытыусы күпме балаға төплө белем һәм тәрбиә биреп, тормош юлына сығарҙы, күпме бала күңеленә үҙенең хеҙмәт емештәрен "сәсте". Зилә Ҡәнипова һәр ваҡыт һөнәри белемен, методик оҫталығын камиллаштырыу өҫтөндә эшләне, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылды. Мәктәптә эшләгән йылдарында әүҙем йәмәғәтсе, пропагандист, иптәштәр суды рәйесе, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, Ибрай ауыл Советы депутаты, район гәзите хәбәрсеһе булды. Көслө рухы, оло йөрәге, һәр нәмәне айыҡ аҡыл менән баһалай белеүе, ғәҙеллеге һәм яуаплылығы өсөн хөрмәт итте уны яҡташтары. Иң мөһиме — уҡыусылары яратты. Улар бөгөн дә остаздарын онотмай, сәләм-хәбәрҙәрен еткереп кенә торалар. Ә уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме ни?
Йәмғиә ВӘЛИЕВА.
Ҡыйғы районы.


***
Рәүилә Ғөбәйҙуллина — Еҙем-Ҡаран ауылы килене. Беренсе тапҡыр беҙҙең яҡтарға 1971 йылда практика үтергә килгәйне ул. Киленебеҙҙән уңдыҡ. Ун ете йыл буйы мәктәп директорының урынбаҫары булып эшләне. Әйтеүе генә еңел. Өҫтәл артында күпме йоҡоһоҙ төн үткәреүен үҙе генә белә ул. Өҫтәүенә эш араһында донъяһын да көтөргә, ғаиләңде лә ҡарарға кәрәк.
Бөгөн Рәүилә Һаҙый ҡыҙы хаҡлы ялда. Иң һоҡландырғаны — ул әле булһа, үҙенең остаздарын оло хөрмәт менән иҫкә ала. Айырыуса математика уҡытыусыһы Гөлсәсәк Шайморатоваға рәхмәтле. "Һандар донъяһына ул һөйөү уятты. Уға оҡшарға теләп, математика фәнен һайланым да инде", — ти ул.
Ваҡыт тәгәрмәсен туҡтатып булмай шул. Ҡасан ғына әле Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, ауылыбыҙға килен булып төшкән Рәүилә Һаҙый ҡыҙы бөгөн алты тиҫтәһен тултырып, матур тормош кисерә. Малын да ҡарай, емеш-еләген дә үҫтерә, йорт-ҡураһы ла тәртиптә. Иң мөһиме — өс тиҫтәнән ашыу ваҡыт ғүмерен балаларға бағышлаған уҡытыусы үҙе лә яҡты эҙ ҡалдырып йәшәй.
Флүрә ҠАРАНАЕВА.
Ғафури районы.


Вернуться назад