Ҡунаҡҡа киләм!18.12.2018
“Торатау” конгресс-холында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөһим сараға ул ике йыл элек Ырымбурҙан Мәсетле районының Түбәнге Бобин ауылына “Ауыл табибы” программаһы нигеҙендә күсеп ҡайтҡан Сәлмаевтар ғаиләһен дә саҡырғайны.

“Йыл дауамында дауахана уларға ҡуртымға алған йорттары өсөн түләп торған. Ә әле йәштәр программа сиктәрендә миллион һум алып, үҙҙәре йорт төҙөй. Һеҙҙең өсөнсө бала көткәнегеҙҙе беләм, ул үҙенең тарихи тыуған ерендә донъяға киләсәк тәүге сабыйығыҙ буласаҡ. Саҡырһағыҙ, ҙур теләк менән килеп, нисек урынлашҡанығыҙҙы ҡарап китәсәкмен”, – тине Радий Фәрит улы.

Етәксе белдереүенсә, төбәктә медицина кадрҙарына ҡылыҡ. Бөгөн 1300 самаһы табип талап ителә. Ул йәш белгестәргә күрһәтеләсәк ярҙам һәм льготалар тураһында һөйләне. Иң мөһимдәренең береһе – торлаҡ. Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән яңы республика программаһын эшләргә тәҡдим итте. Уға ярашлы, ҡуртымға алынған торлаҡты аҙаҡ һатып алыу мөмкинлеге булдырылырға тейеш.





Вернуться назад