Аяғүрә баҫып алҡышланылар18.12.2018
“Торатау” конгресс-холында бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға тәүге Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Мөһим сарала Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

– Республикала власть законға ярашлы һәм демократик рәүештә алмашына. Мин үҙемдән алда эшләгән кешеләргә хөрмәтемде белдерәм. Айырыуса өлкән быуынға. Бөгөн был залда беҙҙең менән Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов та бар. Ауыр, һынылышлы йылдарҙа ул республиканы һаҡлап ҡалды һәм нығытты. Мин уны бик тәрән хөрмәт итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, – тине ул. – Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәтлемен. Властың асыҡлығы, киң ҡоласлы мәҙәни форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары, республиканы донъяға танытыу – быларҙың барыһы ла һеҙҙең ҡаҙаныш.


Башҡортостандың элекке етәкселерен сарала ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып алҡышланы.


Вернуться назад