Транспорт тармағында тәртип буласаҡ!18.12.2018
“Беҙ пассажирҙар ташыу тармағында тәртип булдырасаҡбыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә.

– Киләһе йылдың беренсе кварталында уҡ Өфө ҡалаһының барлыҡ машруттарындағы автобус паркы уңайлы һәм заманса техника менән тулылана башлаясаҡ, – тине ул.


Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡалала уңайлы транспорт схемаһы булдырыласаҡ, бында мотлаҡ халыҡтың теләге һәм ихтыяжы иҫәпкә алынасаҡ. Шулай уҡ пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәр өсөн берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инәсәк. Ул финанс йәһәттән тәртип, асыҡлыҡ булдырыуға, конкурстарҙы ғәҙел үткәреүгә булышлыҡ итәсәк.

– Элек криминал һәм коррупция хужалыҡ иткән урындарҙа хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк. Бөгөн пассажирҙар кисерергә мәжбүр булған барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы йырып сығасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.






Вернуться назад