Тау башында балҡыһын баш ҡала18.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, һуңғы йылдарҙа Өфө күп йәһәттән башҡа төбәктәрҙең ҡалаларынан артта ҡалды, тип белдерҙе.

– Сағыу, заманса, шул уҡ ваҡытта уңайлы, таҙа, йәмле, төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар солғанышында гөрләп йәшәгән ҡала ғына үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Үкенескә ҡаршы, был йүнәлештәр буйынса беҙ һуңғы йылдарҙа башҡа төбәктәрҙән ярайһы уҡ артта ҡалдыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Шул уҡ ваҡытта беҙҙең биләмәләребеҙ республика халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн күпкә мауыҡтырғысыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ була ала. Мәркәзебеҙ Өфө – бай тарихҡа һәм күп милләтле мәҙәниәткә эйә миллионлы ҡала. Уны үҙенсәлекле ландшафтҡа, музейҙарға, галереяларға һәм театрҙарға эйә ҡала-парк тип атарға мөмкин.


– Бында барыһына ла уңайлы, йылы һәм рәхәт булырға тейеш. Әйҙәгеҙ, ошо йүнәлештә бергәләп эшләйек, баш ҡалабыҙҙы, тотош республикабыҙҙы балҡытайыҡ һәм танытайыҡ, – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад