Радий Хәбиров Хөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау, уларҙы заманса йыһазландырыу буйынса программа әҙерләргә ҡушты. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, социаль объекттар төҙөлөшө барышында үҙ бурыстарын үтәмәгән ойошмаларҙың эшмәкәрлеге ҡәтғи рәүештә туҡтатыласаҡ, тине.
– Ҡалаларҙа, яңы микрорайондарҙа поликлиникалар етмәй. Авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары ла бихисап. Республикалағы дауахана һәм поликлиникаларҙың яртыһы тиерлек ремонт талап итә. Улар араһында ауыл амбулаториялары, 600-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә лә иғтибар йүнәлтте. Был маҡсатта йыл аҙағына тиклем аҡса табырға ҡушты.