Илде имен иткән ҡиммәттәр18.12.2018
Башҡортостанда биш һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ алыуҙа финанслау ике тапҡырға артасаҡ. Киләһе йыл ошо маҡсатҡа ярты миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе.

Радий Фәрит улы “Ата-әсә фиҙакәрлеге” миҙалы менән бүләкләнгән Ғәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар ғаиләһен телгә алды. Улар биш бала тәрбиәләй. Уларҙың береһе Ринат Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Ғаилә йылы сиктәрендә Башҡортостанда “Балалыҡтың ун йыллығы” проекты уңышлы эшләп килә. Улар демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә сәйәсәтен нығытыуға, балалыҡ һәм әсәлеккә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөшө дауам итә.




Вернуться назад