Үткәндәргә юл юҡ...24.05.2012
Үткәндәргә юл юҡ...-Тып-тып, тып-тып... — көноҙоно күңелле йырҙарын һуҙған ямғыр тамсылары кискә әллә ҡырыҫлана төшкән, әллә ер өҫтөн ҡосоп алған ҡуйы ҡараңғылыҡҡа үс итә — бер иш ноталарға һалған күңелһеҙ йырҙары менән күңелдә ҡайнашҡан ауыр уйҙарҙы торған һайын ҡуйырта төшәләр. Етмәһә, асыҡ тәҙрә аша бүлмәгә оялмай-нитмәй бәреп ингән киске һауа һыуыҡ тыны менән тәнде ҡурыуына ҡәнәғәтләнмәйенсә, йөрәккә тиклем үтеп инә. Ошондай шыҡһыҙ ҡараңғы төндә торған һайын туңа барған күңелгә һүлпән булһа ла яҡты нурҙары менән йылылыҡ һәм өмөт бирерлек күктә йымылдаған бер йондоҙ булһа ине лә бит! Юҡ шул...
— Тып, тып, тып-тып...
Әллә инде ямғыр тамсылары һүнеп барған ялҡын-өмөттәремде бөтөнләй үлтерергә теләмәй: һис кенә лә мейемде ойотоп бейеүҙәренән туҡтарға уйламай.
Һүнеп барған өмөттәрем... Күпме тапҡыр инде бар өмөттәрем һүрелер ҙә, ҡабат тағатылмаҫ бер йомғаҡҡа әйләнеп, күңел түренә йәшерермен дә онотормон, тип ышандым. Тик улай булмай икән: үткәнемдән ҡалған хәтирәләрҙе уралтҡан йомғаҡ бер туҡтауһыҙ күңелемде өйкәр булып тик тора. Һуңғы сиктә түҙмәйенсә үҙ ҡулдарым, үҙ күңелем менән йәнә бер өр-яңы өмөт-шәлемде бәйләргә тотонам. Минең дә бит ҡанһыраған йөрәгемде, боҙға әйләнеп барған күңелемде йылытҡым, наҙлағым килә...
— Тып-тып, тып-тып...
Башҡа төрлө моң белмәҫ тамсылар бер урында тапана-тапана ҡабат үткәндәремде туҡый төҫлө.
Беҙ осрашҡан көндә ямғыр моңдарына алмашҡа ҡыш йыры килгән генә саҡ ине. Тышта бар донъяны үҙенә хайран итеп тәүге ҡар яуҙы. Өмөтһөҙлөккә бирелгән ямғыр тауышынан арынған күңел ап-аҡ фәрештә ҡанаты ҡауырһынындай ҡарҙарға мөкиббән киткәндә әллә абайламай ҡалды — янда ғына йөрөгән сер тулы күңелгә ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Ошоға тиклем яҡшы аралашып йөрөгән кешенең күңел донъяһы тәү яуған ҡарҙай сафлыҡҡа мөлдөрәмә тулы икәнлеген шунда саҡ төшөндөм, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулышҡан күҙҙәрем дә ҡараштарыңдағы һөйөү сатҡыларын тотоп өлгөрҙө.
Ошо көндән тормош миңә мөғжизәгә бай әкиәткә әйләнде лә ҡуйҙы. Ай нурҙары һалған һуҡмаҡ буйлап етәкләшеп аяҡ аҫтындағы ҡар йырын тыңлап бергә йөрөүҙәр, күктә бары бәхет юрап атылған йондоҙҙарға ҡарап иң изге теләктәр теләүҙәр, таң һыҙыла башлағас ҡына теләр-теләмәҫ айырылышып ҡайтып китеүҙәр, унан һуң ҡояштың тәү нурҙары донъяға сәләм биргәнсе хыял диңгеҙендә йөҙөп, керпек тә ҡаҡмайынса йоҡлай алмай ятыуҙар... Һәр әйтер һүҙеңде алдан белә инем, араларҙа оҙон юлдар ятҡанда ла һулышыңды тоя инем бит мин. Ләкин ҡурҡтым, киләсәккә ҡорған яҡты хыялдарыбыҙ уртаҡ, изге булһа ла ҡурҡтым. Бар бәхетем, шатлыҡ-ҡыуаныстарым татлы бер төш кенә, һыуһын ҡандырырлыҡ бер уртлап шишмә һыуындай ғына булыр төҫлө ине. Кемдер бәхетебеҙҙе урлар, күҙ тейҙерер тигән уйым күңелемде ваҡыт үткән һайын сырмалсыҡ үләнендәй баҫып ала башланы. Тамам түҙмәнем. Ғүмеремдәге иң ҙур иҫәр хатаны яһаным: ҡояш нурҙарына иркәләнеп мәңге балҡып ултырырҙай гөл кеүек хистәребеҙҙе үҙ ҡулдарым менән һабағынан тотоп һындырҙым...
Был ҡылығым күптәр өсөн аяҙ көндө ишетелгән күк күкрәүе кеүек булғандыр, тик беҙҙең нисек ғазапланғаныбыҙҙы, башты ташҡа бәрер сиккә етеп үрһәләнгән саҡтарҙа ниндәй уйҙар кисергәнде үҙебеҙ генә беләбеҙ. Ләкин түҙҙем, күңелеңә тынғы бирмәгән һорауҙарыңа яуап эҙләп, булмаған хаталарың өсөн ғәфү үтенеп килгәнеңдә лә ныҡ торҙом, өндәшмәнем. “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, — тип ҡурҡтым мин. Ә күңелем һалҡын даръяға ташланған һыу тамсыһы кеүек боҙ булып туңды ла ҡуйҙы. Айырылышыу сәбәптәрен нисек кенә белергә тырышһаң да, кәрәк яуап ала алмағас, һин дә ситләштең.
Хәҙер беҙ — айырым... Араларҙа ятҡан урау-урау юлдарҙан бигерәк күңелдәребеҙ йыраҡ хәҙер. Һәр кис һайын тәҙрә янына ултырып үткән тормошом тәфсирләп яҙылған таҫманы хәтер аша һуҙам да һуҙам. Ҡайһы саҡ һине һағыныуҙарым шул ҡәҙәрем күңелгә һыймаҫтай булып китә — хәҙер генә ситкә сайпылыр ҙа һин белеп ҡалырһың кеүек. Тик сер бирмәйем. Хәҙер бар серҙәремде күңелемдең иң төпкөлөндә һаҡларға өйрәнгәнмен дә инде.
Ә күбәләк ҡанатындай ғына нескә йөрәк ҡылдарым һәр минут һайын осрашыуҙарға өмөтләнә. Тик мин ашыҡмайым, ваҡиғаларҙы ҡабаландырмайым, хистәремде лә иреккә ҡуймайым. Хәҙер инде айырылыуыбыҙға нисәмә йыл үтте. Ә ваҡыт һәр урында эҙен ҡалдырырға әүәҫ: һине лә үҙгәртеп, башҡа кешегә әйләндергәндер, тим. Әлбиттә, мин дә үҙгәрҙем. Шуға күрә лә арабыҙҙа ҡасандыр булған ҡайнар хистәр һүрелгәндер. Күңелдәрҙең яҡынлығы алыҫайғандыр, тип ҡурҡам. Тормош юлдарыбыҙҙы ҡабаттан бер йүнәлешкә борһаҡ та, үпкәләр онотолормо? Һабағынан һындырылған хистәр гөлө элеккеләй гөрләп сәскә ата алырмы?
Асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә бәреп ингән ямғыр телдәре һаман да үҙ йырын көйләй: “Тып-тып. Үткәндәргә юл юҡ-юҡ...”
— Эйе, юлдар бикле үткәндәргә. Ҡулымда минең тик киләсәккә тәғәйенләнгән асҡыс, билдәһеҙ киләсәккә...
Рита ХӘСӘНОВА.
Бөрйән районы.


Вернуться назад