Компенсация бөтәһенә лә түләнәсәк18.12.2018
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика депутаттарына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, сабыйы балалар баҡсаһына йөрөгән һәр ғаилә компенсация аласаҡ тип белдерҙе.

– Закон буйынса ғаиләнең килеме уның һәр ағзаһы өсөн йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ дәүмәленән артмағандарҙың ғына аҡсалата ярҙам алыуға хоҡуғы бар. Мин барлыҡ ғаиләләргә лә ярҙам итеү яҡлы. Хөкүмәттән ошо йәһәттән эште планлаштырыуҙы һорайым. Дөйөм алғанда миллиард һум самаһы аҡса талап ителәсәк һәм беҙ быға мөмкинлек табасаҡбыҙ. Сабыйҙар өсөн бар яҡлап та үҫешеү һәм мәктәпкә әҙерләү өсөн шарттар булдырыу – мөһим мәсьәлә, – тине ул.

Республика Башлығы Дыуан районының Таҙтүбә ауылындағы мәктәптең авария хәлендә булыуына ла иғтибар итте. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бында ике йылдан яңы мәктәп төҙөләсәк.

– Дөйөм алғанда республикалағы барлыҡ иҫке һәм авария хәлендәге мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын бөтөрөргә кәрәк. Бөгөн улар хатта Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ла бар. Райондарҙа ла күп. Хөкүмәткә яңы мәктәптәр төҙөү, капиталь ремонтлау һәм төҙөкләндереү, уларҙы заманса йыһазландырыу йәһәтенән программа ҡабул итергә ҡушам, – тине ул.





Вернуться назад