Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һаулығында кәмселектәр булған балаларҙы ҡарау өсөн түләнгән пособие күләмен арттырырға ҡушты. Был турала ул үҙенең Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына тәүге Мөрәжәғәтнамәһе барышында белдерҙе. Был йүнәлештәге эштең сифатына ул үтә иғтибарлы буласағын әйтте.
– Республика бындай балаларҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар бирәсәк, шул иҫәптән, шәхси үҙәктәргә лә. Киләһе аҙым – Өфөлә һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында заманса реабилитация үҙәге төҙөү. Киләһе йылда инвалид тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бүленгән аҡса күләмен ике тапҡырға арттырасаҡбыҙ (200 миллион һумға тиклем). Был 170 самаһы ғаиләгә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк, – тине ул.