Ялан батырына дан йырланды18.12.2018
Баймаҡтар үҙ шәхестәрен хөрмәтләй белә: ошо көндәрҙә район хакимиәте бинаһына данлыҡлы ялан батыры, ике Ленин ордены кавалеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Риза Яхинға таҡтаташ асылды. Уны асыу хоҡуғы Баймаҡ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминевҡа һәм геройҙың улы, уның юлын лайыҡлы дауам итеүсе Рәшит Яхинға бирелде.


Артабан Халыҡ ижады йортонда Риза Яхинға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сарала ҡатнашыусылар игенселәр иле — Йылайыр иген фабрикаһының данлы үткәнен, барлыҡ ғүмерен комбайнсы һөнәренә бағышлаған, эшен көндәлек батырлыҡҡа әйләндергән атаҡлы игенсе Риза Хажиәхмәт улы тураһынды йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе Халыҡ ижады үҙәге артистарының дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.


Вернуться назад