“ТриОникс” Башҡортостан компанияһы Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркы биләмәһендә туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн 1,5 миллиард һум аҡса һалырға уйлай.
“Урман әкиәте” турбазаһы нигеҙендә тау саңғыһы үҙәге төҙөү проекты ошо көндәрҙә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы.
Инвесторға һалым льготалары ҡаралған, төҙөлөшкә рөхсәт алыуҙа, юл һәм газ үткәреүҙә ярҙам буласаҡ. Бөгөн “Урман әкиәте” турбазаһы 300 урынға иҫәпләнгән, тюбинг трассаһы бар. Тау саңғыһы трассаһы төҙөлгәс, 140 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк план буйынса 2022 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш.