Ҡараҡтар тәжрибәһеҙ булған...18.12.2018
2015 йылда Омск ҡалаһындағы бәхетһеҙлек хәтерегеҙҙәлер – казарма түбәһе емерелеп, мәхшәрҙә һәләк булғандар араһында Башҡортостан егеттәре лә күп ине. Саҡмағош батыры Рөстәм Нәбиев шул ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандарҙың береһе.

Ике аяғын юғалтҡан егет бөгөн спорт менән әүҙем шөғөлләнә, ғаилә ҡороп, ҡатыны Индира менән ҡыҙ үҫтерә.

Күптән түгел Рөстәмдең машинаһының алғы тәҙрәһен ватып, уғрылар ингән, видеорегистраторға "айыу майы һөрткәндәр". Үҙе был хаҡта: "Регистраторҙан башҡа улар бер әйбер ҙә ала алмаҫ ине. Хәйер утырғыстарға беркетелгән мониторҙарҙы алырға мөмкин ине. Күрмәгәндәр ахырыһы. Әллә ни тәжрибәле ҡараҡтар булмаған инде”, – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.




Вернуться назад