Һәр ҡайһыбыҙ йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж. Аҙ ғына иғтибар тойоп, ҡош телендәй генә яҡшы хәбәр ишетһәк тә, күңелдәребеҙ ирәйеп, кәйефтәребеҙ күтәрелеп китә. Айырыуса сабыйға һөйөү, наҙ кәрәк. Ә ата-әсәһенән йылылыҡ таба алмағандарға ни эшләргә? Ярай ҙа, киң күңелле, миһырбанлы кешеләр табылһа...
— Улдарыбыҙҙы тәрбиәгә алғанға биш йыл булды инде. Үҙебеҙҙекеләр гел ҡыҙ булғас, малайҙарға һыуһағайныҡ. Файназ ағайығыҙға ла күңелле — балта, сүкеш менән мәж киләләр. Улдарыбыҙ тәртипле, аҡыллы, Аллаға шөкөр, — тип Рәсим менән Денисты һөйөп туя алмай Зилә Мансаф ҡыҙы.
Зилә менән Файназ Мөхәмәтшиндар — Оҙондар ауылындағы өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Дүрт ҡыҙ балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп, үҙаллы тормош юлына баҫтырғандар. Ғаиләне ауыр ҡайғы ла урап үтмәгән: бер ҡыҙҙары бик иртә гүр эйәһе булып ҡуйған.
— Ҡыҙҙар сығып киткәйне, өй буп-буш булды ла ҡалды, — тип һүҙгә ҡушыла Файназ ағай. — Ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа, күңел бөтәйеп ҡала ла ул, әммә уларға ла мәктәпкә йә балалар баҡсаһына барырға кәрәк — ата-әсәләре йәһәт кенә алып китә һала. Ултыр инде икәүләшеп мөйөштәге телевизорға текәлеп...
— Тәрбиәгә бала алыусылар тураһында гәзиттәрҙә яҙып, телевизорҙан күрһәтеп торалар. “Әллә беҙ ҙә берәй малайҙы уллыҡҡа алайыҡмы?” — тип кәңәшләштек. Күңелебеҙҙәге был уй тамам нығынғас, Өфөләге 1-се балалар йортона киттек. Рәсимде күргәс тә оҡшаттыҡ. Уны тәүҙә ҡунаҡҡа алып ҡайттыҡ, күпмелер ваҡыт үткәс, документтарҙы әҙерләп, уллыҡҡа алдыҡ. Ана, ҡайһылай матур егет булып үҫеп килә, — ти Зилә апай, ҡыуанысын йәшермәйенсә.
— Әммә, Рәсимдең бер үҙенә күңелһеҙерәк һымаҡ тойолғас, улыбыҙға иптәшкә тағы бер малай артыҡ булмаҫ тип, Өфө приюттарының береһенән Денисты барып алдыҡ. Рәсимебеҙ ҙә йәнләнде. Икәүләп уйнайҙар, балыҡҡа йөрөйҙәр, кәртә-ҡурала ла ярҙам итәләр. Эшкә һәләк шәп улдарыбыҙ! — ти Мөхәмәтшиндар.
Файназ ағай малайҙарҙы ир-егеттәрсә тәрбиәләй: урманға утын әҙерләргә бергәләп йөрөйҙәр, бысҡы менән балта малайҙарҙың ҡулында уйнап тора. Трактор йөрөтөргә өйрәнеү теләктәре лә ҙур.
Малайҙар уҡыуға етди ҡарай, икеһе лә “дүрт”ле һәм “биш”ле билдәләренә генә өлгәшә. IX класс уҡыусыһы Рәсим мәктәп, район олимпиадаларында, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындарҙы яулай. Ҡурайҙа, гитарала уйнарға ла әүәҫ. Ғөмүмән, мәктәптәге бер сара ла Рәсимһеҙ үтмәй.
— Мәктәпте тамамлағас, нефть университетына барырға уйлайым, — ти егет. — Шуға ла теүәл фәндәрҙе тырышып өйрәнәм. Физика әлегә ауырыраҡ бирелә, ә математиканы еңел үҙләштерәм. Уҡытыусыбыҙ Фәтих Ғәзизов беҙҙе төрлө спорт уйынына ылыҡтыра, шуға күрә ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәҫкә тырышабыҙ.
Денис та саңғы шыуырға, саф һауала уйнарға ярата.
“Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ”, ти халыҡ мәҡәле. Аяуһыҙ рәүештә яҙмыш ҡосағына ташланған ике сабыйға йөрәк түренән урын биргән, уларҙың күңелендә ғаилә, туғанлыҡ, эшһөйәрлек, тоғролоҡ һәм башҡа матур сифаттар тәрбиәләүгә ынтылған Зилә һәм Файназ Мөхәмәтшиндар ошо аҡ ҡағыҙға матур сәхифәләр яҙа. Егеттәрҙе ысын кеше итеп үҫтереп, уларҙың изгелегендә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
К. ҒӘЙФУЛЛИНА.
Архангел районы.